Башҡортостандың милли музейында тарихсы-ғалим, бөйөк археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Ул Рәсәй академик археологияһының 100 һәм “Башҡортостандың археологик йәмғиәте” төбәк ойошмаһының 10 йыллыҡтары уңайынан ойошторолдо. Күргәҙмәлә Рәсәй һәм Башҡортостан археология фәненең иң сағыу вәкилдәренең береһе Нияз Мәжитовтың тормош һәм ижад юлына бәйле экспонаттар урын алған. Уның фотолары, аттестаттары, дәүләт наградалары, значоктары, ғилми хеҙмәттәренең ҡайһы берҙәре халыҡ иғтибарына тәүгә сығарыла. Нияз Абдулхаҡ улы Милли музей фондына тапшырған ҡомартҡылар: биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре, ҡорал төрҙәре лә экспозиицияла тәүге тапҡыр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына Нияз Абдулхаҡ улы 1995 йылдан алып 2002-гә тиклем етәкселек итә. Шулай ҙа ул бер ваҡытта ла фәнде, археологияны ташламай. Үҙ ғүмерендә бихисап экспедицияларҙа йөрөп, хәтһеҙ убаларҙы ҡаҙып, ер аҫтында ҡалған ҡаласыҡтарҙы өйрәнеп, ҙур табыштарға юлыҡҡан, тотош Рәсәй күләмендә үҙен киң ҡарашлы, абруйлы ғалим итеп танытҡан олуғ фән эшмәкәре генә түгел, билдәле сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре лә булды Нияз Абдулхаҡ улы, тип яҙҙы уның турала билдәле журналист, яҡташы Нияз Сәлимов. Ғалим менән таныш һәр кем уның турала тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә, ә илдең һәр төбәгендә йәшәгән дуҫтары, уҡыусылары уны оло ихтирам менән иҫләй. Академик Ғафури районының йәмле Мәндем буйындағы Туғай ауылында 1933 йылдың 20 авгусында донъяға килә. Имәндәш ауылы мәктәбендә бер аҙ белем алғас, үҫмер уҡыуын Өфөләге 9-сы башҡорт мәктәп-интернатында дауам итә. Рәми Ғарипов менән бергә уҡый, ғүмерлек дуҫы була. Пермь дәүләт университетының тарих факультетында уҡыуын дауам итә.Аҙаҡ СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 23 йыл археология секторы етәксеһе, артабан республиканың халыҡтар Ассамблеяһы етәксеһе, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе вазифаларын башҡара. Уның дөйөм хеҙмәт стажы- 60 йылдан ашыу. Ул 500-ләгән ғилми хеҙмәт авторы. Ғалим ғүмеренең йондоҙло сәғәте тип Боронғо Өфө ҡаласығын асыуҙы иҫәпләй ине. Тап уның тырышлығы менән 2011 йылда «Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы ойошторола. Эштә генә түгел, ғаиләлә лә Нияз Абдулхаҡ улы өлгөлө ғаилә башлығы ине, тип ҡәҙерләп иҫенә ала уны тормош иптәше Лена Әхмәт ҡыҙы. Бәлки ул ныҡлы терәк булмаһа, был тиклем дә сумып китеп фәнгә бирелә лә алмаҫ ине ғалим. Тынғы белмәҫ шәхес – Нияз Адбулхаҡ улы Мәжитов тормошоноң бөтә өлкәләрендә лә ҡайнап йәшәне, ғүмерен диңгеҙ менән сағыштырҙы. Тапты, асты, ижад итте, өйрәнде, һәм өйрәтте, ҡолас ташлап йәшәне. Башҡортостан археологияһы әле лә ул биргән темпта үҫешеүен дауам итә. Нияз Мәжитов тапҡан Өфө II ҡаласығы Өфөнөң 1500-ҙән ашыу йылдар элек үк булыуын, ә туплаған, өйрәнгән тарихи йылъяҙмалар – шәжәрәләр, карталар Иртыштан алып Волгаға тиклем йәйрәп ятҡан ерҙәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың IX–XVI быуаттарҙа уҡ үҙ дәүләтселеге булыуын иҫбатланы.
Башҡортостандың милли музейында Нияз Мәжитов иҫтәлегенә күргәҙмә асылды
Тулыраҡ: Башҡортостандың милли музейында Нияз Мәжитов иҫтәлегенә күргәҙмә асылды