Йылғаларҙа һыу күтәрелде. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә көслө ташҡын көтөлмәй. Һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы һәм түбәнерәк булыр тип фаразлана. Өфөлә Ағиҙел йылғаһының көтөлгән максималь кимәле — 560-660 сантиметр, Шакшала Өфө йылғаһының — 620-720 сантиметр, Бочкарев янында Димдең — 570-670 сантиметр. Әммә белгестәр уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра. Ямғырҙар яуа ҡалһа, хәлдең ҡатмарлашыуы ихтимал.
Башҡортостанда яҙғы ташҡын башланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда яҙғы ташҡын башланды