Өфөнән Ҡырымға 30 минутта

Тулыраҡ: Өфөнән Ҡырымға 30 минутта

Әлбиттә, һүҙ диңгеҙ буйындағы Ҡырым тураһында түгел, Өфө районында төҙөлә башлағаны тураһында. 2015 йылда Ағиҙел йылғаһына яҡын ғына яңы ҙур заманса ҡасаба төҙөлә башланыуы тураһында иғлан иткәс тә, халыҡ хәләл аҡсаһына йорттар һатып ала башлай. Хәҙер килеп Өфө Ҡырымында йәшәүселәр тормош ауырлыҡтарына зарлана. Әминевтар ғаиләһе 16-сы йылда ер биләмәһе һатып алған. Йәш ғаиләне бүлеп түләү шарты йәлеп иткән. Оҙаҡ көттөрмәй улар үҙ йорттарына күсә, әммә 2 йыл хәҙер юлһыҙ интегәләр. Васильевтар ғаиләһе лә заманса ҡасабала йәшәү хыялы менән башҡаланан күсеп килгән. Яңы йорттарын төҙөп сыҡҡандар, әммә вәғәҙә ителгән бар уңайлыҡтар өсөн уларҙан тағы ла түләү талап итәләр. Өфө Ҡырымында йәшәүселәр ерҙең 1 сутыйын 85 мең һумдан һатып алған, Ольховое күле эргәһендә иһә сутыйы 100 мең һумдан ашыу тора. Был хаҡ тулыһынса төҙөкләндерелгән ҡасаба өсөн, тип вәғәҙәләнгән. Йәмил Аллағуатов газды хәҙер үҙ иҫәбенә үткәрә. Ҡасаба булырға тейешле Өфө Ҡырымына 2017 йылда Иҫке Ҡыйышҡы ауылы биҫтәһе тигән статус бирелә. Шуға ла хәҙер Өфө Ҡырымында йәшәүселәр ерҙең хаҡы ни өсөн шулай ҡиммәт булыуына яуап эҙләй. Төҙөүсе компания халыҡ менән бәйләнешкә сыҡмай. Ғөмүмән, был компания хәҙер бөтөнләй юҡ, тип иҫәпләнә. Һатыуҙар офисы ла ябыҡ. Шулай ҙа ер биләмәләрен һатыу дауам итә. Интернет сайтында Өфө Ҡырымы шулай уҡ ҡасаба, тип күрһәтелгән һәм уны төҙөкләндереү, ут, газ үткәреү, юлдарҙы ремонтлау, биләмәне матурлау эштәре менән идарасы компания шөғөлләнә тиелгән.Хәҙер Өфө Крымы — Ҡабаҡ ауылы советының 12-се ауылы булып иҫәпләнә. Бар эштәр ауыл советы башлығы менән берлектә башҡарыла.Алдан вәғәҙәләнгән ҡасабаны төҙөү өсөн бик күп сығымдар талап ителә. Алданған халыҡ суд аша ғәҙеллек эҙләй.Өфө Ҡырымы хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Эргәлә ике ҙур күл, Ағиҙел йылғаһы аға, саф һауа. Ошо хозурлыҡтан бында йәшәүсе халыҡ башҡа ергә күсеп китергә теләмәй. Улар төҙөүселәрҙән биргән вәғәҙәләрен мотлаҡ үтәүҙе талап итә.