Эсһәң хәмер – аҡылың кәмер

Тулыраҡ: Эсһәң хәмер – аҡылың кәмер

Башҡортостан райондарында хәмер һатыусыларға ҡаршы етди көрәш башланды. Был йәһәттән республика ауылдарында сходттар үтә. Йыйылыштарҙың төп маҡсаты — законһыҙ алкоголь һатыусыларҙы асыҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү. Ауырғазы районының Яңы Кәлсер һәм Кәлсер буран ауылдарында ла тәүге йыйылыш үтте. Ауырғазы йылғаһы буйында урынлашҡан Яңы Кәлсер ауылында хәҙер тик өлкән йәштәгеләр генә ҡалған. Йәштәр күптән ҡалаларға күсешеп бөткән. Шуға ла унда йәшерен рәүештә алкоголь һатыусылар күптән юҡ, ти урындағы халыҡ. 5-6 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан күрше Кәлсер Буран ауылында хәл икенсе. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ҙур булмаған ауылда яҡынса 4-5 йортта суррогат алкоголь менән һатыу итәләр. Сходта урындағы халыҡ был мәсьәләне хәл итергә тигән ҡарар сығарҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә төбәк Башлығы Радий Хәбиров март-апрель айҙарында ауылдарҙа законһыҙ алкоголь һатыусыларға ҡаршы көрәш һәм янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү йәһәтенән сходттар үткәрергә ҡушҡайны.Райондарҙа хәмер һатыусыларға ҡаршы рейдтар ғинуар айында башланды. Төрлө йәмәғәт ойошмалары, урындағы хакимиәт вәкилдәре, ауыл халҡы был көрәшкә әүҙем ҡушылды. Ҡыҙғанысҡа, эскелек арҡаһында республикала тиҫтәләгән кешенең ғүмере өҙөлә, ғаиләләр тарҡала, енәйәт эштәре башҡарыла. Учалылағы дүрт кешенең ғүмерен өҙгән ҡот осҡос фажиғә бар республиканы шаңҡытты. Ә Стәрлебаш районында дүрт ҡатын янғында вафат булды. Ауырғазы районының Яңы Кәлсер ауылы халҡы әйтеүенсә, теләк булғанда бөтә мәсьәләләрҙе лә хәл итергә була. Киләсәктә улар “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға уйлай.