Каракаста халыҡ тағы ла урамдарға сығып электр уты һәм эсәр һыу биреүҙе талап иткән. Тәртипһеҙлектәр ваҡытында йәштәр автомобилдәргә ут төрткән, магазин тәҙрәләрен ватҡан. Хакимиәттәр әле илдең иң ҙур гидроэлектр станцияларының береһендә авария сәбәптәрен тикшерә.
Магнитогорскийҙа фатирҙа газ шартлау сәбәпле өлөшләтә емерелгән йорттар йәшәүселәргә фатирҙарына ҡайтырға рөхсәт бирелгән. Йорт тирәләй ҡоймалар алынған. Шартлауҙа ныҡ ҡына зыян күргән подъездарҙы һ-теү тамамланған. Йорт йәшәргә яраҡлы тип табылған.
Бостон Динамикс компанияһы йөк ташыусы робот эшләгән. Ул 15 килограмм ауырлыҡтағы әйберҙәрҙе күтәрә һәм күсерә ала. Логистика өлкәһендә эшләү өсөн тәғәйенләнгән робот ике тәгәрмәстә генә хәрәкәт итә.