Дөрөҫ туҡланыу – оҙон ғүмер нигеҙе

Тулыраҡ: Дөрөҫ туҡланыу – оҙон ғүмер нигеҙе

Башҡортостан мәктәптәре балаларҙың туҡланыуы буйынса илдә иң яҡшылар исемлегенә инергә тейеш. Берҙәм Рәсәй партияһының бер-нисә проекты тормошҡа ашырылып килә. Уларҙың береһе уҡыусыларҙың туҡланыуына арнала һәм “Дөрөҫ туҡланыу – оҙон ғүмер нигеҙе” тип атала. Ул проектҡа илдең 85 төбәге ҡушылған. Башҡортостанда бер мең ярымдан ашыу мәғариф учреждениеһы иҫәпләнә һәм шуларҙың ни бары 400-е генә ҡатнаша. Был мәғариф формаһы балаға белем биреүҙе генә түгел, ә уртаҡлашыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Мәҫәлән, өлкән класс уҡыусылары сәләмәт туҡланыу, сифатлы ризыҡ тураһында белемдәрен кескәйҙәргә еткерә.