Рәсәйҙә аналог телевидениеһын һүндереү дауам итә

Тулыраҡ: Рәсәйҙә аналог телевидениеһын һүндереү дауам итә

Беҙҙең ил цифрлы телевидение дәүеренә аяҡ баҫа. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 июндән Башҡортостанда аналог телевидениеһы эшмәкәрлеген туҡтата. РТРС –тың Өфөләге филиалында һанлы телевидение буйынса ҡулланыусылар өсөн консультация һәм ярҙам үҙәге эшләй. Үҙәктә белгестәр һанлы һәм аналог телевидениеһының айырмаһы, тоташтырыу юлдары һәм һанлы сигналдарҙы ҡабул итеүсе махсус ҡоролмаларҙың төрҙәре тураһында тулы мәғлүмәт еткерә. Үҙәктә беренсе мултиплексҡа ингән 10 каналдың сифатын күреү мөмкинлеге бар. Үҙәк Октябрь революцияһы урамы 65, кәсер бер һанлы йортта урынлашҡан. Һорауҙарығыҙ бар икән 8 800 220 20 02 номеры буыйынса ҡыҙыу линияға тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин. Беҙҙең телеканал РТРС менән берлектә цифралы телевидение мөмкинлектәренә арналған “цифраны тоҡандыра” акцияһын ойошторҙо. Дыуан, Миәкә, Стәрлетамаҡ һәм уларҙың күрше райондарында йәшәүселәр цифраның мөмкинлектәре менән танышып, сифатлы телевидение ҡарай башланы. Уның өҫтөнлөгөн үҙҙәрендә һынап ҡараған кешеләр, цифралы сигналдың күпкә яҡшыраҡ, уның һүрәте лә сағыу, тауышы ла сифатлыраҡ булыуын билдәләй. Цифралы 3 мультиплексҡа федераль каналдар инә. Рәсәй-Башҡортостан каналы ла илдә тәүгеләрҙән булып цифрлы ҡорамалдарҙа эшләй башланы. Һанлы тапшырғыс- ул юғары сифатлы һүрәт кенә түгел, ә каналдар артыуы һөҙөмтәһендә күберәк мәғлүмәт алыу. Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы һәм уның филиалы булған Рәсәй-Башҡортостан телеканалы замана талаптарына тулыһынса яуап бирә һәм беренсе мультиплекста урын алған.