Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары музей, ҡала һәм төрлө уйындың өс-д форматын эшләй. Теләгән һәр кемгә хәҙер виртуаль ысынбарлыҡта булыуҙан тыш, кәрәкле мәғлүмәттәр ҙә алыу мөмкинлеге ҡаралған. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты Элина Һөйөрғоловаға виртуаль ысынбарлыҡты эшләү өсөн бер-ике ай самаһы ваҡыт талап ителә. Өс бүлмәнән торған музейҙы теләгән һәр кем компьютерҙа махсус программа аша инеп ҡарай ала. Юғары уҡыу йортонда студенттар өсөн өс д формат менән төрлө проекттар эшләү мөмкинселеге булдырылған. Һәр кем махсус күҙлектәрҙе кейеп төрлө уйын уйнай, һауаға оса, йә иһә ҡала буйлап сәйәхәт итә. Виртуаль ысынбарлыҡ аша кеше үҙен икенсе донъяла хис итеүҙән тыш, кәрәкле мәғлүмәт тә ала. Кәрәкле тип һанаған әйберҙе виртуаль ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн студенттар уны тәүҙә фотоға төшөрә. Компьютерҙа һаҡланған бөтә әйберҙәр-ысынбарлыҡ.3 д форматында эшләнгән экспонаттар экспозиция музейында һаҡлана. Мәҫәлән, боронғо көршәк, ике мең йыл ярым һаҡланған бысаҡ һәм әлбиттә кешенең баш мейеһе. Әгәр ҙә кешеләрҙең музейға барыу мөмкинселеге булмаһа, теләгән һәр кем виртуаль ысынбарлыҡ ярҙамында уларҙы күреү генә түгел, хатта тотоп ҡарай ала.Башҡортостанда виртуаль ысынбарлыҡ һәм компьютер уйындары буйынса белгестәр әҙерләү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтағы юғары уҡыу йортонда тиҙҙән студенттар өсөн лабораториялар үҙ ишектәрен асасаҡ. Өҫтәүенә, студенттар өсөн аш-һыу һәм башҡа илдәге белгестәр менән аралашыу өсөн айырым бүлмә ҡаралған.Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында әле “Виртуаль ысынбарлыҡ программаһы һәм дизайн” һөнәре буйынса бакалавриат эшләй. Быйыл иһә бөтәһе илле студент ҡабул итеү – төп маҡсаттарҙың береһе.
Виртуаль ысынбарлыҡтың ҙур мөмкинлектәре
Тулыраҡ: Виртуаль ысынбарлыҡтың ҙур мөмкинлектәре