Фестивалдең штандарты Урал аръяғы райондарын урап сығып Көйөргәҙегә килеп етте. Был юлы «Театр йылы» штандартын Күгәрсен районы театр һөйөүселәр Көйөргәҙеләргә тапшырҙы. Күгәрсендәр үҙ сиратында штандартты ейәнсураларҙан ҡабул итте. Ибраһим Абдуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре” спектаклен “Көйөргәҙе” халыҡ театры артистары ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Артабан эстафетаны Кумертау ҡалаһы ҡабул итә. Фестивалдең йомғаҡлау өлөшө йыл аҙағында Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә үтәсәк.
Республикала милли театрҙар марафоны дауам итә
Тулыраҡ: Республикала милли театрҙар марафоны дауам итә