Республиканың барлыҡ ауылдарында сходтарҙа ҡатнашыусылар алкоголде киске сәғәт ундан иртәнге унға тиклем һатмаҫҡа тәҡдим итә. Йыйылыштар йомғаҡтарын хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин иғлан итте. Башҡортостан халҡы тәҡдимен республика етәксеһе хуплап сыҡты. Радий Хәбиров дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға был мәсьәлә буйынса парламент тыңлауҙары үткәрергә ҡушты. Әбйәлил ғинуар айында суррогатҡа ҡаршы көрәш башланған тәүге район булараҡ танылыу алды. Рейдтың бер нисә көнө тоннанан ашыу законһыҙ спиртлы эсемлекте тартып алыу менән тамамланды. Әммә көрәш тамамланманы, ул йәнләнде генә. Шул уҡ Әбйәлилдә йөҙәрләгән “нөктә” асыҡланып, һатыу итеүселәр һаны 80 процентҡа ҡыҫҡарҙы тине район хакимиәте башлығы Оператив кәңәшмә барышында.Республика буйынса башланған сходтарҙа ла суррогат менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы көрәш төп тема булып ҡала, халыҡ хәҙер үҙ замандаштарын ағыулаусыларҙың исемен әйтергә ҡурҡмай. Радий Хәбиров ошондай йыйылыштарҙың береһенән яҙманы социаль селтәрҙәге сәхифәһенә урынлаштырғайны. Йылдың тәүге 3 айында ғына законһыҙ спиртлы эсемлек һатыуҙың 758 осрағы теркәлгән, сағыштырыу өсөн былтыр йыл буйына бынан да әҙерәк көмөшкәсе ҡармаҡҡа эләккән булған. Хөкүмәт суррогат менән бер рәттән эскелеккә ҡаршы көрәште лә көсәйтергә тәҡдим итә, мәҫәлән магазинда киске сәғәт ундан иртәнге унға тиклем спиртлы эсемлек һатыуҙы тыйырға. Радий Хәбиров был көнгә алып килгән сәбәптәрҙе барлап, бушлыҡты тултырырға кәрәк тине. Республика етәксеһе һабантуйҙарҙа ла эске һатыуҙы тыйырға тәҡдим итте. Был йәһәттән халыҡ байрамы уҙған көндә район биләмәһендә закон нигеҙендә алкоголгә табу индереүҙәре ихтимал. Закон әйткәндәй, водителдәр өсөн дә ҡәтғиләшә, дөрөҫөрәге вайымһыҙ автоһәүәҫкәрҙәр, машинаһын тротуарҙа, газонда ҡалдырып киткән өсөн штраф түләйәсәк. Ошо туралағы закон проектын бөгөн Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡабул итергә тейештәр. Закон боҙоусылар менән көрәштә урындарҙағы административ комиссиялар ҙа әүҙемерәк эшләргә тейеш тине Радий Фәрит улы. Водителдәр машинаһын теләһә ҡайҙа ташлап китмәһен өсөн юл ситендә өҫтәмә урындар булдырыу, махсус ба:аналар урындаштырыу, бордюрҙарҙы бейегәйтеү ҡарала. Юлдарҙы ремонтлауға килгәндә, “Дорожный эксперт” тип аталған мобиль ҡушымта яңыртылып эшләй башланы. Унда теләгән һәр кем юлдағы соҡорҙо фотоға төшөрөп ебәрә ала, ошонда уҡ теге йә был участкаға кем яуаплы икәнен белергә мөмкин. Юлсылар 500 меңдән ашыу соҡорҙо асыҡлап ямарға иҫәп тота. Был эш 15 июнгә тиклем башҡарылырға тейеш. Ә тирә яҡты тәртипкә килтереү эшен май байрамдарына тиклем йомғаҡлау бурысы тора.
Республикала алкоголдең киске сәғәт ундан иртәнге унға тиклем һатылмауы ихтимал
Тулыраҡ: Республикала алкоголдең киске сәғәт ундан иртәнге унға тиклем һатылмауы ихтимал