“Республиканы таҙа тотайыҡ!” акцияһында ҡатнашыусылар 5532 ихата, 107 ял итеү урыны һәм 63 хәрби мемориалды ҡыйҙан таҙартып, 110 261 кубометр сүп-сар сығарҙы. Берәүҙәр ҡулында тырма, ә икенселәрендә көрәк. “Башҡортостан” Дәүләт телерадикомпанияһы хеҙмәткәрҙәренең һәр береһе “Республиканы таҙа тотайыҡ!”акцияһында дәррәү ҡатнашты. Шәмбе өмәһе эш барышы түгел, ә киреһенсә, ял итеү, бер-берең менән аралашыу урыны, ти улар. Өфөнөң иң күркәм урындарының береһендә шәмбе өмәһе йыл да үткәрелә. Сарала ҡатнашыусылар телеүҙәкте ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан, ҡоро япраҡтарҙан таҙарта, иреп бөтмәгән ҡар өйөмдәрен ырғыта. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр. Бер сәғәт эсендә телеүҙәк биләмәһе яңы төҫ алды. Экологик саралар баш ҡаланың бөтә райондарында уҙғарылды. Өмәселәр өсөн эшләнгән бәләкәй генә табын, күңелле йыр-моң сара барышын биҙәне. Тирә-яҡты ҡыйҙан таҙартыу акцияларында ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта. Хәҙер ата-әсәләр балаларын да яҙғы өмәгә йәлеп итергә тырыша. Киров районында үткәрелгән шәмбе өмәһендә урамдар, юл ситтәре таҙартылыуынан тыш, сүп-сар һауыттары, тротуар бордюры, ҡоймалар буялды, ағастарҙың кипкән ботаҡтары алынды. Экологик өмәгә бөтәһе 319 мең 280 кеше һәм 3056 берәмек техника сыҡты. Баш ҡалала шәмбе өмәләре 13 һәм 20 апрелдә ойоштороласаҡ.
Байрам төҫөн алған шәмбе өмәһе
Тулыраҡ: Байрам төҫөн алған шәмбе өмәһе