Ҡотҡарыусылар кешеләрҙе утта, һыуҙа, юл ҡазаһында һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән сығарыуҙа ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә. Евгений Мурысёв Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының эҙләү — ҡотҡарыу отрядында 20 йылға яҡын эшләй. Бәләгә тарығандарға ярҙам итеү, төрлө хәүфле хәлдәрҙең уртаһында ҡайнау ҡотҡарыусыға бала сағынан таныш. Ҡотҡарыусыларҙың һәр ҡайһыһы яуаплы сифаттарға эйә булған белгестәр — кешеләрҙе уттан, һыуҙан, юл ҡазаһында һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ҡотҡарыуҙа иң беренселәрҙән булып ярҙамға ашыға. Улар өсөн һәр эшләнгән аҙым мөһим, сөнки һүҙ кеше ғүмерҙәре тураһында бара. Хеҙмәткәрҙәр тәүлек әйләнәһенә бәләгә тарыусыларға ярҙам итергә әҙер. Ошондай костюм төрлө химик матдәләрҙән һаҡланыу өсөн кейелә... Әлбиттә ,бындай костюмды бер үҙеңә генә кейеү уңайһыҙ, шуға күрә итеүселәр ҙә бар.. ә инде уның эсендә тын алыу өсөн махсус ҡоролма ла ҡуйылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының эҙләү — ҡотҡарыу отрядында ике йыл элек музей ҙа ойошторолған. Бында иһә, тарихта ҡалған мөһим ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп тороусы экспонаттар һаҡлана. Ҡотҡарыусы – яҡшы белем, тәжрибә, ҡыйыулыҡ талап иткән, ер йөҙөндә иң хәүефле һәм кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Тыныс көндәрҙә лә ҡотҡарыусылар кешеләрҙең ғүмере өсөн көрәшә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының эҙләү - ҡотҡарыу отрядына 45 йыл тулды
Тулыраҡ: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының эҙләү - ҡотҡарыу отрядына 45 йыл тулды