Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй хәрби –диңгеҙ флотының “Ивановец” һәм “Р-60” ракета катерҙары Ҡара диңгеҙҙә күнекмәләр үткәрҙе. Улар шартлы дошмандың 55 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан караптарын “Москит” ракеталары менән юҡ итте.
  • Францияла “Һары жилеттарҙың” 21-се акцияһы ойошторолдо. Ил буйынса 61 мең полиция хеҙмәткәре мобилизацияланған. Парижда демонстранттарға ҡарата күҙҙән йәш сығара торған газ ҡулланылған.
  • Газа секторында “Ҡайтыуға арналған бөйөк марш”тың бер йыллығына арналған ҡаршылыҡ акцияһында Израиль армияһы менән бәрелештәрҙә 83 фәлестин яраланған. Былтыр күләмле демонстрацияға ун меңдән ашыу кеше сыҡҡайны.
  • Төркиәлә Ата төрөк исемендәге аэропорттан рейстарҙы яңы аэропортҡа күсерең тамамлана. Былтыр Истамбулда яңы аэропорт асылғайны. Ул йылына 90 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндерә ала.