Республикала Һуңғы 5 йыл менән сағыштырғанда уҙған йылда 13 меңгә аҙыраҡ бала тыуған. Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров билдәләүенсә, 13 мең кеше – ул бер ҙур ауыл халҡының иҫәбе. Ғөмүмән, тыуым кәмеүе бөтә Рәсәйгә көнүҙәк мәсъәлә. Уның төп сәбәбе- 90-сы йылдарҙа тыуыусыларҙың бала табыу йәшенә етеүе менән бәйле. Осрашыуҙа Мәскәү ғалимдары ҡатнашты. Башҡортостанда тыуым һанын арттырыу маҡсатында төрлө саралар тәҡдим ителде һәм улар ғаиләнең мохтажлығына бәйле булырға тейеш түгел, тип билдәләнде.
Башҡортостанда тыуым кәмей
Тулыраҡ: Башҡортостанда тыуым кәмей