Уларҙың исемлеген Өфөлә Нефть-техник университеты нигеҙендә үткән Халыҡ-ара инженерия чемпионатының һайлап алыу турында билдәләнеләр. Буласаҡ инженерҙар менән Ләйсән Тимербулатова осрашты.10 көн эсендә бирелгән мәсьәләнең сиселешен тәҡдим итергә – ошо шартты үтәү өсөн бер командаға дүрт кеше берләшә. Чемпионатта республиканың бөтә уҡыу йорттары студенттары ла ҡатнаша ала, әммә 7-се тапҡыр үткәрелгән бәйгелә көс һынашыуға — тәҡдим ителгән кейс — реаль мәсьәләне хәл итергә нишләптер тик университет ҡыҙҙары һәм егеттәренең иң-иңдәре генә баҙнат итә. Йылдам үҫешкән нефть сәнәғәте бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, өйрәнеү майҙаны. Чемпионат шул майҙанда арымай-талмай эшләр белгестәрҙе асыҡлау һәм әҙерләү мөмкинлеген бирә. Өфө нефть – техник университеты педагогтары студенттарының фәнни һәм иннновацион эшмәкәрлеге менән ғорурлана ала. Улар киләсәктә алған белемдәрен төрлө йүнәлештәрҙә дауам итә. Быйылғы чемпионатта донъяның 57 юғары уҡыу йортонан 7 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Уларҙы меңдән ашыу белгес баһалай. Иң яҡшылары эре нефть компанияларына стажировкаға юлламалар аласаҡ. Башҡортостан нефтенең тыуған ере - Ишембай районы ҡыҙы Нәркәс Мөхийәнова ла үҙенең төркөмө менән инженерия чемпионатының Мәскәүҙә үтәсәк этабына үтергә ниәтләй. Ул Татарстан, Тәтешле, Бөрйәндән ҡыҙ һәм егеттәр менән 2х2 тип аталған командала сығыш яһаны. Нефть-газ эше лигаһында улар менән бер рәттән тағы ла 13 команда ҡатнашты. 100-ҙән ашыу балл йыйып, Рәсәй этабына Oil band командаһы сыҡты. Нефть химияһы лигаһында 10 команда старт алды һәм иң күп мәрәй йыйып Сибурята командаһы алдынғылыҡҡа сыҡты. Рәсәй этабына үтмәгәндәргә бошонор урын юҡ, тип һанай уны ойштороусылар, сөнки чемпионат студенттарға төрлө яҡлап үҫешеү юлдарын аса, сәм уята һәм тәжрибә арттыра.
Донъяның йәш инженерҙары араһында Башҡортостандан кемдәр көс һынашыр?
Тулыраҡ: Донъяның йәш инженерҙары араһында Башҡортостандан кемдәр көс һынашыр?