Ҡотҡарыусылар баш ҡалабыҙ пляждарын тикшерҙе

Тулыраҡ: Ҡотҡарыусылар баш ҡалабыҙ пляждарын тикшерҙе

Рейд барышында ҡырағай пляждарҙы үҙ итеүселәр байтаҡ булыуы асыҡланды. Аңлатыу эштәре даими алып барылыуға ҡарамаҫтан, халыҡ рөхсәт ителгән пляждарҙан ситкәрәк китеп ял итеүҙе хуп күрә. Хатта «Һыу инеү тыйыла» тигән яҙыу ҙа, халыҡты ҡурҡытмай. Рәсми рәүештә рөхсәт ителмәгән пляждарҙа ҡотҡарыусылар булмауы, унан тыш йылғаларҙың төбө ентекле таҙартылмауы- быларҙың барыһы ла йоғошло ауырыуҙарға килтереүе мөмкин.