Ауылдарҙа араҡы һатыусы һәр кемде ҡаты яза көтә

Тулыраҡ: Ауылдарҙа араҡы һатыусы һәр кемде ҡаты яза көтә

Республиканың барлыҡ ауылдарында сходтарҙа ҡатнашыусылар алкоголде киске сәғәт ундан иртәнге унға тиклем һатмаҫҡа тәҡдим итә. Республикала сходтарҙа суррогат менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы көрәш төп тема булып ҡала, халыҡ хәҙер үҙ замандаштарын ағыулаусыларҙың исемен әйтергә ҡурҡмай. Йылдың тәүге 3 айында ғына законһыҙ спиртлы эсемлек һатыуҙың 758 осрағы теркәлгән. Суррогат менән бер рәттән эскелеккә ҡаршы көрәш тә көсәйтеләсәк.