Тиҙҙән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа эскелеккә ҡаршы көрәш мәсьәләләре буйынса парламент тыңлауҙары үтәсәк. Был хаҡта депутаттарҙың сираттағы ултырышында ла һүҙ барҙы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында был юлы хөкүмәттең үткән йылдағы эшәмәклегенә йомғаҡ яһалды. Иҡтисад, сәнәғәт, етештереү өлкәһе, социаль сәйәсәтте камиллаштырыу. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың республика Хөкүмәтенең уҙған йылдағы эш һөҙөмтәләренә арналған телмәренең төп позицияларын 10 өлөшкә бүлергә мөмкин. Тәү нәүбәттә, һалымдар һәм ҡаҙнаның тупланма өлөшө. Башҡортостан Рәсәйҙең төп донор төбәктәренең береһе булыу менән, алдында торған социаль йөкләмәләрҙе лә бойомға уңышлы ашыра. Республика Хөкүмәте инвестициялар өҫтөндә ентекле эш алып барырға бурыслы. Ҡыҙғанысҡа, иҡтисадтың был тармағындағы үҙгәрештәрҙе әлегә “бишлегә” баһалауы ҡыйын. Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте камиллаштырыу йәһәтенән яңы проекттар кәрәк, тип иҫәпләй Радий Фәрит улы. Ошо йүнәлештә тәүге аҙымдар яһала. Башҡортостан үҙ тауарын халыҡ-ара баҙарҙа танытыу өсөн, һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр яңы вәкиллектәр аса. Иҡтисади сәйәсәттең беренсе һөҙөмтәләре – Австрия менән Төркиәләге вәкиллектәр. Яҡын арала ошондай үҙәк Италияла эш башлаясаҡ. Республика иҡтисадының төп нигеҙе – ауыл хужалығы тармағы иһә бөгөн айырым ҡурсалауға мохтаж. Аграр секторҙа икенсе йыл рәттән күрһәткестәр түбән тәгәрәй. Көрсөктән сығыу юлы – ауыл еренә ярҙам һәм етештереүсе хужалыҡтарҙы бөлгөнлөктән аралап ҡалыу. Миҫал өсөн – Мәләүездәге “Ғафури” исемендәге хужалыҡ. Тағы ла бер һәм иң ышаныслы ҡотҡарыу юлы – экспорт. Республика аграр продукция экспортын быйыл кәм тигәндә 91 миллион долларға еткерергә тейеш. Башҡортостан ауылдары менән көслө, тигән фекерҙә депутат Юнир Ҡотлоғужин. Бөгөн ярҙам булғанда, ҙур хужалыҡтар, кооперативтар ысынлап та ныҡлап аяҡҡа баҫырлыҡ. Урман хужалығы, тәбиғәтән файҙаланыу, эшҡыуарлыҡ. Торлаҡ төҙөү мәсьәләһе торлаҡ-ҡоммуналь хужалығы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров атап үтелгән тармаҡтарҙың уҙған йылдағы һөҙөмтәләрен генә түгел, ә киләсәккә маҡсаттарын аныҡлай. Республиканың транспорт системаһындағы тәүге үҙгәрештәрҙе быйылдан күреп буласаҡ.Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров социаль тармаҡҡа ла туҡталды. Республика халҡының йәшәү кимәлен күтәреү, яңы поликлиникалар, мәктәптәр һалыу, мәҙәниәт, белем биреү. Башҡортостан алдында ошо үрҙәрҙе яулау бурысы тора.Радий Хәбировтың Башҡортостан Хөкүмәтенең уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә бәйле телмәре башҡарма власть органдарының эш маҡсаттарын аныҡлаусы стратегик документ булып тора. Күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республиканың башҡарма власть органдарын эшләргә саҡыра.
Яңы бурыстар билдәләнде
Тулыраҡ: Яңы бурыстар билдәләнде