Газон-тротуарҙарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарын ҡалдырып китеүселәр штраф түләйәсәк. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ошо туралағы законды ҡабул итте. Аҡназаров урамының бер өлөшөндә ағастар рәтенә сиктәш машиналар теҙелгән. Йорттағы фатир хужаларынан тыш, был юл буйын нефть университеты студеттары менән эргә-тирәләге ойошмалар ҡунаҡтары парковка итеп файҙалана. Был тәғәйенләнеш кисә түгел, электән нығытылған. Йортта йәшәгән хужалар ихатала ҡорос аттары өсөн урынды үҙҙәре билдәләгән. Берәүҙәр тәҙрә үк ҡаршыһына таҡта түшәгән, икенселәре юл аша асфальт йә таш һалдырған. Өсөнсөләре йәйәүлеләр юлын һайлаған.Машиналары ҡеүәтлерәк бәғзе берәүҙәр газон ғына түгел сәскә үҫтерер түтәлгә лә автомобилен ҡуйырға тартынмай. Бында йәшәгән халыҡ, әлбиттә, хәлгә битараф түгел. Ихата төҙөклөгөн хәстәрләгән йорт хужалары машиналар ҡуйыу урыны тарлығын да таный, йорт тирәһен бөхтә тоторға ла теләй. Йәшел майҙансыҡтарҙы бөтөрмәй машиналар ҡуйыр урын булдырыу өсөн килешеү мөһим, ти төҙөлгәндән бирле ошонда йәшәгән Өлфәт Рәхмәтуллин. Ә был яҙманы беҙҙен мобиль репортер исеменә башҡаланың Кариҙел урамында йәшәгән Илдар Әминев ебәргән. Автоһәүәҫкәр машинаһын ҡуйыр урын һайлағанда йәш ағас үҫентеләрен дә йәлләмәгән.Үлән, гөл йә ҡыуаҡтар үҫкән һәм таш, бордюр менән сикләп алынған ер майҙансығын газон тип танырға. Башҡортостан парламенты административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы ҡанунға индергән үҙгәрештәргә ярашлы хәҙер автомобилдә газон тапағандарҙы ҡәтғи яза көтә.Яңы талаптар буйынса штраф күләме тәртип боҙоу һанына ҡарап арта. Административ комиссияларҙың әлегә тиклем йорт ихаталарындағы газон йә балалар майҙансығын боҙгән водителдәргә ҡарата шелтә биреү хоҡуғы юҡ ине, ти Өфөнөң йәмәғәт именлеге үҙәге инспекторы Олег Лесовой. Был тәртип боҙоу бары башҡаланың төҙөкләндереү саралары ҡағиҙәләрендә генә сағылған.Газондарҙа машина ҡуйыуҙы администартив тәртип боҙоу тип таныу комиссияларға штрафтар һалыу хоҡуғын бирә. Был тәртип водителдәр өсөн тәрбиә сараһы ғына түгел, ә кешеләр сәләмәтлеге менән ихаталар именлеген хәстәрләү өсөн дә мөһим.
Яңы штраф
Тулыраҡ: Яңы штраф