Унда теләгән һәр кем юлдағы соҡорҙо фотоға төшөрөп ебәрә ала, ошонда уҡ теге йә был участкаға кем яуаплы икәнен белергә мөмкин. Юлсылар 500 меңдән ашыу соҡорҙо асыҡлап ямарға иҫәп тота. Был эш 15 июнгә тиклем башҡарылырға тейеш. Яҙ етеү менән йылдағыса, ҡар менән бергә асфальт ҡатламы ла иреп, юлдарҙа соҡорҙар хасил була. Уларҙы ямап ҡуйыу өсөн тонналап асфальт етештерелә. Әле иһә республикала асфальт етешетереү буйынса бөтәһе илле завод бар, шуларҙың егерме икеһе эш башлаған. Белгестәр билдәләүенсә, сифатлы асфальт кәмендә дүрт йыл хеҙмәт итергә тейеш. Операторҙар заводтағы эш барышын махсус компьютерҙа күҙәтеп бара. Бында нисә тонна асфальт сыҡҡаны, ниндәй ҡушылмалар барлығын күрергә мөмкин. Заводтан алынған ҡатнашма мотлаҡ рәүештә махсус тикшереү үтә. Өфө урамдарындағы соҡорҙарҙы ямау өсөн бер нисә тонна асфальт кәрәк буласаҡ. Әҙер булған асфальт ҡатнашмаһы билдәләнгән адресҡа оҙатыла. Хәҙер иһә теләгән һәр кем юлдағы соҡор-саҡырҙарҙы ремотлауҙа тура мәғәнәһендә үҙ өлөшөн индерә ала. Йәғни, соҡорҙар тураһындағы мәғлүмәтте баш ҡала хакимиәте сайтындағы интерактив картаға индертергә мөмкин.Был урындағы соҡорҙо кемдер фотоға төшөрөп махсус программаға ебәргән. Күренеүенсә, ғариза ҡабул ителгәс тә, эшселәр юлды ремонтларға тотона. Программа халыҡ өсөн дә, эшселәр өсөн дә күпкә уңайлы һәм отошло.
Интерактив картала билдәләнгән соҡорҙар өс тәүлек, ә инде хәүефле урындар бер тәүлек эсендә ямалырға тейеш. Мобиль ҡушымтала күк төҫтәге билдәләр-соҡор барлығын, һарыһы-соҡорҙоң ямалыу барышын, ә йәшел төҫтәгеһе иһә –юл тәртипкә килтерелгәнен аңлата.Ҡаланың төп урамдары менән бер рәттән, ихата алдарындағы юлдар ҙа иғтибар үҙәгендә. Яуплы ойошма вәкилдәре ремонтланған соҡорҙарҙы фотоға төшөрөп, сайтҡа теркәп барырға бурыслы. Соҡорҙарҙы ямап ҡуйыу күп ваҡыт талап итмәй, ә ремонтламағанда улар ҙурайғандан ҙурая һәм хәүеф тыуҙыра. Шуға ла мобиль ҡушымта ярҙамында был проблеманы ваҡытында хәл итергә мөмкин.