Туғыҙынсы тиҫтәһен тултырған Иосиф Черняков фотоһүрәттәрҙә һаҡлаған хәтирәләре менән уртаҡлаша. Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһынан төҙөлөш өлкәһендә тәжрибә тупларға, тип кенә килгән егеттең Өфөлә төпләнеүендә буласаҡ ҡатыны сәбәпсе. Тормош иптәше менән ике улға ғүмер бүләк итәләр. Әле иһә дүрт ейәнсәр, бер бүләсәгә олатай. Ер йөҙөндә 90 йыл дауамында ғүмер кисергән кешенең яҙмыш китабы үҙе бер риүәйәткә тиң кеүек. Өфөнөң ҡайһы өлөшөн алһаң да Иосиф Михайлович етәкселегендә төҙөлгән биналар. Ошо йәшкә етеп тә теремек булыуҙы Иосиф Черняков хәрәкәт итеүгә, физик күнекмәләр башҡарыуға, саф һауала йөрөүгә бәйләй. Легендар төҙөүсе менән бергә эшләү дәүерен хеҙмәттәштәре лә һағынып иҫкә ала. Намыҫлы хеҙмәте өсөн олатай бихисап маҡтау грамоталар менән бүләкләнә. Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе исеменә лайыҡ була. Иосиф Михаил улы етәкселегендә бихисап ҙур объекттар төҙөлә. Улар араһында Башҡорт академия драма театры, Дәүләт концерт залы, Спорт һарайы ла бар.Шулай уҡ, бынан ярты быуат элек телеүҙәккә нигеҙ һалыусыларҙың береһе лә була ул.
Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Иосиф Черняковҡа 90 йәш тулды
Тулыраҡ: Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Иосиф Черняковҡа 90 йәш тулды