Ҡоролтай йортонда Конституцияға тарихи-хоҡуҡи аңлатма баҫмаһын танытыу тантанаһы үтте

Тулыраҡ: Ҡоролтай йортонда Конституцияға тарихи-хоҡуҡи аңлатма баҫмаһын танытыу тантанаһы үтте

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда Конституцияға тарихи-хоҡуҡи аңлатма баҫмаһын танытыу тантанаһы үтте. Ғилми эш Республика Конституция Суды тәҡдиме менән уның рәйесе Зөфәр Еникеев мөхәррирлегендә нәшер ителде.

Был Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында төп Законға аңлатма биреү маҡсатын бойомға ашырған тәүге баҫма. Китапты 40 кешене берләштергән автор коллективы әҙерләгән. Улар Башҡортостандың Конституция суды вәкилдәре, Фәндәр Академияһы хеҙмәткәрҙәре һәм республиканың хоҡуҡи белем өлкәһе ғалимдары. Тантанала барыһына ла авторлыҡ сертификаттары тапшырылды. Аңлатмаларҙы нәшергә әҙерләр өсөн 4 йыл ваҡыт талап ителгә. Китап 2 мең данала баҫтырылған.