Төҙөлөш компанияһы июндә комплекстың ике йортон файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙәләй. Әле башҡа объекттарҙы финанслау схемалары өйрәнелә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе репортажда.
Ирина Шутанова 2012-се йылда “Серебряный ручей” микрорайонынан фатир һатып ала. Торлаҡты 2-3 йылдан файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙә итәләр. Өмөттәр ҙур булғас ҡатын икенсегә бала табырға ла йөръәт итә. Ниһайәт, төҙөүселәр торлаҡты файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙәләй.
“Серебряный ручей” микрорайонынан фатир һатып алыусылар төҙөлөштө даими күҙәтеп бара.
Төҙөүселәр төркөмөнә өҫтәмә эшселәр йәлеп ителер, тип көтөлә. Төҙөлөш компанияһы 9-сы һәм 10-сы йортто июндә файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙәләй. Ә проектлы финанслау башланһа, ҡалған торлаҡты ла сафҡа индерергә йыйына.
“Миловка паркы” торлаҡ комплексында ла эштәр тергеҙелгән. Әле бер нисә йортта 40-ҡа яҡын төҙөүсе эшләй. Йорттарҙы газға тоташтырыу дауам итә. Ай аҙағына тиклем өс өйгә зәңгәр яғыулыҡ үтергә тейеш.
Йорттарҙа эске биҙәү эштәре лә бара. Диуарҙарҙы тигеҙләйҙәр, буяуға һәм обой йәбештереүгә әҙерләйҙәр. Төҙөлөш комитеты башҡа өлөшсөләрҙең мәсьәләһен хәл итеү буйынса ла ҡарарҙарҙы өйрәнә.
“Миловка паркы”нан алданған өлөшсөләргә “Йәштәр” микрорайонынан фатирҙар бүленәсәк, тип көтөлә. Әле бында төҙөлөш ҡайнай, һәр бер йортта төҙөүселәр эшләй.
“Йәштәр” микрорайонындағы йорттар көҙгә ҡарай әҙер буласаҡ, тип күҙаллана. Төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индергәндәргә бында шул уҡ майҙандағы фатирҙар тәҡдим ителәсәк.