Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо турала ҡарар сығарҙы. Шулай уҡ, уның тәҡдиме менән тиҙ ярҙам машиналары водителдәренә гранттар булдырыласаҡ. Уларҙың ауыр эше, кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн батырлыҡҡа тиң аҙымдары тураһында күптәр белеп тә бөтмәй.
Ашығыс медицина ярҙамы бригадаларҙың эшмәкәрлеге һәм Затон биҫтәһендәге станцияһының яҙмышы хаҡында Рәлиә Сәхибгәрәева репортажы.
Ошо бәләкәй генә бер ҡатлы бинала Ашығыс медицина ярҙамы станцияһының 6-сы филиалы урынлашҡан. Улар Затон биҫтәһендә йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерә. Бүлмәләр әлегә буш, ике генә бригада булғас, бер саҡырыуҙан икенсеһенә көскә өлгөрәләр. Белгестәрҙең аҙ булыуы филиалдың бинаһы бәләкәй булыуына бәйле.
Быға тиклем шарттар бөтөнләй насар ине, әле исмаһам ремонт эшләнгән, ти баш табип. Тар ғына коридорҙар, хатта ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙарға айырым бүлмәләр юҡ. Өҫтәүенә, был филиалға Өфө районының Дмитриевкалағы пункты ла ҡарай.
Элекке лаборатория бинаһы ике генә бригаданы һыйҙыра. Бында хатта гардероб та юҡ. Шуға табиптарға, фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтары һәм водительдәргә махсус кейемдәрен ял бүлмәһендә һаҡларға һәм ошонда уҡ кейенергә тура килә.
Шулай уҡ, фельдшерҙар медицина ҡорамалдарына дезинфекция үткәргән бүлмәлә ултыралар. Насар еҫтән тыш, бындай күршелек уларҙың һаулығы өсөн дә зыян килтерә.
Бер бригада ҡайтып, документтарын тултырған арала аһ-зарҙарын бәйән итте. Затон филиалы Өфө районынан да саҡырыуҙарҙы ҡабул итә башлағас, ҡатмарлыҡтар тағы ла күбәйгән.
Киҙеү мәлендә урындағы белгестәр өлгөрмәгәндә, йә махсус бригадалар кәрәккәндә Затон биҫтәһенә башҡа станцияларҙан ашығыс ярҙам машиналары ебәрелә. Иң яҡыны Үҙәк станция яҡынса 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан, Дим һәм Көньяҡ станцияларҙан 16 км тирәһе,Төнъяҡ станциянан Затонға тиклем 24 км. Ә махсус бригадалар башлыса Киров районынан ебәрелә.
Диспетчер телефондан саҡырыуҙы ҡабул иткәндән һуң, ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына хәбәр итә. Кәрәкле медикаменттар тултырылған сумаҙанды алып, белгестәр ауырыуға юллана. Улар тейешле урынға 20 минутта барып етергә тейеш. Ошо ваҡыт эсендә өлгөрмәйҙәр икән страховкалау компаниялары уларға штрафтар һала. Был осраҡта медицина хеҙмәткәрҙәренә кешегә ярҙам итеүҙән тыш, ни өсөн пациентҡа ваҡытында килеп етмәүен иҫбатларға тура килә.
Күп осраҡта тиҙ ярҙам машинаһы станциянан сығып та өлгөрмәй –ҡаршылыҡтарға осрай. Махсус автомобиль водителдәре халыҡтың тәрбиәһеҙлегенә аптырап бөтә алмай. Берәү ҙә тиерлек махсус сиренаға иғтибар бирмәй, үҙ юлын дауам итә.
Тәртипһеҙ водительдәр артҡандан-арта ғына, ти улар. Һөҙөмтәлә ашығыс медицина ярҙамы машиналары ҡатнашлығында авариялар ҙа йышая.
Интернетта ошондай юл-транспорт фажиғәләренең видеояҙмалары бихисап. Махсус автомобилдәрҙең юғары тиҙлек менән йөрөргә тура килгәнен иҫәпкә алғанда, аварияларҙың да эҙемтәләре ҡот осҡос. Кеше ғүмерен ҡотҡарам, тип дауаханаға ашыҡҡан водителдәр үҙенең ғүмерен ҡыйған осраҡтар ҙа бихисап Рәсәйҙә.
Оҙаҡламай, тиҙ ярҙам машиналары водителдәренә алыҫ араларға йөрөргә тура килмәйәсәк. Баш ҡалала үткән һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған сәғәттә республика етәксеһе Радий Хәбиров яҡын киләсәктә Затон станцияһы өсөн яңы бина төҙөләсәк, тип хәбәр итте. Шулай уҡ, Радий Фәрит улы ашығыс ярҙам хеҙмәте табиптарын пациенттарҙан яҡлаусы закон ҡабул итеүҙе үтенде һәм тиҙ ярҙам машиналары водителдәренә гранттар булдырырға тәҡдим итте.