Ҡасан айырылышырға? Лондонда сәйәсмәндәр ошо һорауға яуап таба алмай уйға батҡан. Хөкүмәт Европа парламентына һайлауҙа ҡатнашырға әҙерләнә башлаһа ла, брекситты бер кемдә ғәмәлдән сығармаған. Айырылышыуҙың альтернатив ысулдары булмаһа Брюссель бер яҡлы ҡарар ҡабул итеүе лә ихтимал.
Ливияла хәл ҡатмарлаша. Илдең милли армияһы менән милли килешеүсәнлек Хөкүмәте көстәре араһындағы бәрелештә 10 кешенең ғүмере өҙөлгән. 20 кеше яраланған.
Румынияның хоҡуҡ һаҡлау органдары Ҡара диңгеҙ яры буйында 131 килограмм кокаин тапҡан. Яр буйын әле 300 полиция хеҙмәткәре күҙәтә. Вертолеттар һәм катерҙар ҙа йәлеп ителгән. Наркотик тултырылған тоҡтар ташландыҡ кораблдә табылған тилерткес матдәләрҙең бер өлөшө булыуы ихтимал.
Норвегиянан Эспен Хатлесеу үҙенең экстремал ялын коптер ярҙамында төшөрөп алған. Бер мең метрлыҡ ике ҙур тау уртаһынан ул һуҙылған арҡан аша үткән. Экстремал арҡан аша йөрөп кенә ҡалмаған, уға ултырып та, ятып та күрһәткән.