Уға быйыл 70 йәш тулыр ине. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле фотограф Рәмил Килмәмәтов баҡыйлыҡҡа күсте. Рәмил Исмәғил улы Килмәмәтов 1949 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылында донъяға килә.
1987 йылда Мәскәү мәҙәниәт институтын тамамлай. 1976 йылдан «Ағиҙел» кинофотоклубында бүлек мөдире, 1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фоторәссамдар союзы, 2004 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлеге рәйесе. Ул республикала даими күргәҙмәләр һәм фотопроекттар ойошторҙо. 25 йыл дауамында рәссамдың "Тәбиғәт.Кеше.Мәҙәниәт" тип аталған Халыҡ- ара фоторәссамдар акцияһы уңышлы үтте. Рәсәйҙең һәм сит илдең алдынғы фотографтарын берләштергән был акция һөҙөмтәһендә "Йолалар һаҡлаусы Ер" исеме аҫтында Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Бразилия, Иран, Иракта күргәҙмәләр ойошторолдо.
Рәмил Килмәмәтовтың ижадында Башҡортостан халҡы һәм төбәк тормошо тураһындағы фотокүргәҙмәләре һәм альбомдары айырым урынды биләй.
Уларҙың күбеһе Рәсәй ҡалалары һәм сит илдәрҙә — Франция, Италия, Германия, Мысыр, Төркиә, Иран, Швейцария һәм и АҠШ экспозицияларына сығарылды.
Рәмил Исмәғил улы бигерәк тә аттарҙы төшөрөргә яратты. Күргәҙмәләрендә йылҡы малы менән фотокартиналар төп өлөштө алып торҙо. "Башҡортостан" ДТРК-һы коллективы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлаша.