Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы бара

Тулыраҡ: Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы бара

Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы бара. Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторолған ҙур форум алдында педагогтарҙы борсоған көнүҙәк мәсльәләләрҙе хәл итеү маҡсаты тора. Башҡорт халҡының быуаттар буйына тыуған ере өсөн батырҙарса көрәшен сағылдырған Урал көйө күптәнән милләттәштәребеҙ өсөн гимнға әйләнгән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезы ла ошо моңға сорналып башланды. Тантананты асып, илдең төрлө тарафтарынан йыйылған уҡытыусыларҙы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин сәләмләне.

Съезд башҡарылған эшкә йомғаҡ яһауҙан башланды. Тәү сиратта “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” маҡтаулы исемен алыусыларҙы тәбрикләнеләр. Бүләкләнеүселәр араһында башлыса ҡатын-ҡыҙҙар. Был башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусылары араһында ир-егеттәрҙең һирәк булыуы менән дә аңлатыла. Шулай ҙа, сәхнәгә бәләкәйҙән үҙенең туған телен, халҡын хөрмәт итеп, уны үҫтереү өсөн ниндәйҙер тос өлөш индереү теләге менән уҡытыусы һөнәрен һайлап, хәҙер инде 20 йыллап ошо һөнәргә тоғро ҡалған Күгәрсен районы Теләүембәт ауылы мәктәбенән Замир Харрасов та сыҡты. Шулай уҡ, педагогик хеҙмәткәрҙәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын тапшырҙы. “Ал да нур сәс халҡыңа”. Шәйехзада Бабичтың шиғырынан алынған был һүҙҙәр, әйтерһең дә, уҡытыусыларға төбәп яҙылған. Сөнки тап улар тәүҙә үҙҙәре белемгә эйә була, һуңынан ошо белем аша балаларҙың юлын яҡтырта, халыҡтың киләсәгенә юл аса.

Юҡҡа ҡына “Белемлелек-яҡтылыҡ, наҙанлыҡ-ҡараңғылыҡ”, тип әйтмәйҙәрҙер халыҡта. Башҡорт теле һәм әҙәбитәле уҡытыусыларының яҙмышы – ил, тел, халыҡ яҙмышы менән бер тамырға барып тоташа. Башҡортостандан ситтә йәшәйәп тә, башҡорт теленә тоғро ҡалған педагогтар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Улар бер-береһе менән быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 36 дәреслек федераль исемлеккә инеү шатлығын да уртаҡлашты.Тантаналы өлөштән һуң, съезда ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп, Өфөнөң белем усаҡтарына йүнәлде. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ҡунаҡтарҙы башҡорт бейеүҙәренән төҙөлгән флешмоб менән ҡаршы алдылар. Артабан уҡытыусылар гимназия-интернаттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте класстары менән танышты. Уларҙы бигерәк тә, уҡыусыларҙың матур итеп башҡортса һаулыҡ һорашыуҙары һоҡландырҙы. Экскурсиянан тыш, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.

Бындай алымдың өйрәнеүселәргә генә түгел, ә өйрәтеүсе, сығыш яһаусы өсөн дә файҙаһы ҙур. Быға тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының конференциялары үткәрелеп торһа ла, ошондай форматта ойошторолған съезд педагогтарҙы борсоған көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән етди, башҡорт халҡы өсөн әһәмиәтле, тарихи сара. Ысынлап та, съездың бурысы башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу проблемаларын хәл итеү генә түгел, ә халыҡты, мәҙәниәтте, илде һаҡлау. Сөнки уҡытыусылар балалар белеме өсөн генә түгел, ә халыҡ киләсәге өсөн дә яуаплы.Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр үткәрелгән ҙур форум ике көн дауам итә.

Бөгөн иһә “Торатау” конгресс-холлында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына дәүләт наградаларын тапшырыу, Башҡортостан башлығы граттантары еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы көтөлә. Шулай уҡ, күргәҙмә экспозициялар, дискуссия майҙансыҡтары эшләйәсәк. Унда туған телдәрҙең бөгөнгөһө, киләсәге һәм уларҙы өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында фекер алышырға тәҡдим ителә.