Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты Воронежда Ғәҙәттән тыщ хәлдәр министрлығы курсантын бәрҙергән Мерседес водителенә ҡарата енәйәт эше асты. 45 йәшлек ирҙең әсәһе етәксе вазифа биләгәне һәм бер-нисә тапҡыр улын ҡурсалап алып ҡалғаны тураһында билдәле. Машина аҫтында ҡалған курсант иҫән-һау, уның мейеһе һелкенгән.

Евент Һоризонт Телескопе халыҡ-ара проектында ҡатнашыусы астрофизиктар йыһандағы ҡара убаның тәүге һүрәттәре менән таныштырҙы. Ул ерҙән бик алыҫтағы Мессер 87 галактикаһында урынлашҡан. Төрлө илдәрҙә урынлашҡан 8 телескоптағы мәғлүмәттәрҙе эшкәрткәс, астофизиктар ҡара убаны ла ныҡлап күрә алған.

Франция океанологы Жан-Мишель Кусто командаһы һәм Рәсәй ғалимдары Приморьела “Киттар төрмәһендә” йәшәүселәрҙе иреккә сығарыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Киләсәктә уның нигеҙендә диңгеҙ хайуандарын реабилитациялау үҙәген булдырыу ҡарала.

Санкт-Петербургта Блохин урамына пианино ҡуйылды. Унда иртәнге туғыҙҙан киске туғыҙға тиклем теләгән һәр кем уйнай ала.