Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Салауат Юлаев командаһы уйынсылары менән осрашты. Ул тренерҙарға, уйынсыларға миҙгел һәм плей-офф өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, көйәрмәндәр команданың берҙәм булыуын һәм яҡшы уйынын күҙәтте. Республика етәксеһе һөҙөмтә күрһәткән хоккейсыларҙы айырым билдәләп китте. Һөжүмсе Теему Хартикайнен “Республика алдындағы ҡаҙанышы өсөн”, ә ҡапҡа һаҡсыһы Юха Метсолаға “Салауат Юлаев” ордены менән бүләкләнде. Клуб етәкселеге иһә Радий Хәбировҡа уйынсыларҙың ҡултамғаһы менән сәкән бүләк итте
Радий Хәбиров Салауат Юлаев командаһының ике уйынсыһына дәүләт наградалары тапшырҙы
Тулыраҡ: Радий Хәбиров Салауат Юлаев командаһының ике уйынсыһына дәүләт наградалары тапшырҙы