Халыҡ-ара балалар уйындары башланыуға 86 көн ҡалды

Тулыраҡ: Халыҡ-ара балалар уйындары башланыуға 86 көн ҡалды

Башҡортостанға төрлө ҡалаларҙан 1 мең 200-ҙән ашыу спортсы килеүе көтөлә. Әле Өфөлә спорт комплекстары йәш спортсыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Көн һайын ике-өс сәғәтен дзюдосы Авелина Шабаева спортҡа бағышлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул был спорт төрөндә ҙур уңыштарға өлгәшкән. Әле Авелина халыҡ-ара балалар уйындарында көсөн һанап ҡарарға әҙерләнә. Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындары сараһына 30 илдең 81 ҡалаһынан 1228 спортсы килеүе көтөлә. Иң алдынғы һәм йәш спортсылар ярышы көсөргәнешле буласаҡ, тип билдәләй тренерҙар. Шуға ла спортсыларҙы физик һәм рухи яҡтан әҙерләү етди кимәлдә бара. Дзюдо буйынса ярыш Өфөнөң 32-се спорт мәктәбендә үтәсәк. Йәш спортсылар өсөн мәктәптә бүлмәләр һәм спорт майҙаны тулыһынса әҙер. Бында бөтәһе ике йөҙ дзюдосы ҡатнашасаҡ. Спорт мәктәбендә шулай уҡ бөтәһе 32 камера ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, мәктәп майҙанында стритбол уйыны буйынса ла ярыш үткәреү ҡаралған. Йәйҙең башына тиклем алты яңы майҙан эшләнеләсәк. Ә урам баскетболы һәм пляж волейболы буйынса уйындар Ҡашҡаҙан ял һәм мәҙәниәт паркында үтәсәк. Бында ла әле әҙерлек эштәре бара. Халыҡ-ара балалар уйындары сараһында грек-рим көрәше, фехтование, йөҙөү һәм еңел атлетика кеүек спорт төрҙәрендә лә көслөләрҙе асыҡлаясаҡтар. Төрлө ҡалала йәшәгән балалар араһында үткәрелгән спорт ярышы 9 –се июлдән 14-се июлгә тиклем үтәсәк. Уның бюджеты 167 миллион һумдан ашыу.