Бында Асыҡ ишектәр аҙналығы башланды. Ошо көндәрҙә Башҡортостанда йәшәгән һәр теләгән кешегә үҙәккә килеп бушлай кәңәш, табип ярҙамын алырға мөмкин. Бында йөрәк, ҡан-тамыр, нерв системаһын ҡандағы шәкәрҙе, холестеринды ла тикшерәләр.Теләүсе һәр кем диспансерға килеп табип менән бушлай кәңәшләшә ала. Белгестәр сәләмәт тормош алып барыу, спорт медицинаһы, арҡа бағанаһын һаҡлау, хәрәкәт системаһы сирҙәренән ҡотолоу серҙәрен өйрәтәсәк. Ошонда уҡ һау-тын юлын, йөрәк-ҡан тамырғары системаһын, ҡанда холестерин һәм шәкәр миҡдарын тикшертергә мөмкин. Өлкән йәштәгеләр өсөн һаулыҡ үҙәге эшләй. Светлана Котельникова Өфө ҡалаһының Орджаникидзе районынан килгән.Һаулыҡ үҙәге көн һайын 80-дән ашыу кешене ҡабул итәсәк. Тулы тикшерелеү үткәндән һуң табип белгестәргә юллама ла бирә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Балаларҙан алып оло йәштәгеләргәсә медицина тикешереүе үтә ала.Шулай уҡ был көндө диспансерҙың тренажер залында спортсы балаларҙың күрһәтмә сығыштарын ҡарарға, йога менән шөҙөлләнеү нескәлектәренә төшөнөргә мөмкин.
Республика табип-физкультура диспансеры һаулыҡ тикшертергә саҡыра
Тулыраҡ: Республика табип-физкультура диспансеры һаулыҡ тикшертергә саҡыра