Башҡортостан кешеләре сит төбәккә эшкә китеп барғанда һәләк булды

Тулыраҡ: Башҡортостан кешеләре сит төбәккә эшкә китеп барғанда һәләк булды

Пенза өлкәһендәге аварияла һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк. Биш кеше Серпухов ҡалаһына эшкә китеп барғанда аварияла һәләк булды. “Лада Ларгус” машинаһында улар ауыр йөк машинаһы менән бәрелешә. Фажиғәлә Сибайҙан, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан биш кеше лә фажиғә урынында уҡ һәләк булған. Авария сәбәптәре тикшерелә. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Пенза өлкәһендә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йәһәтенән барлыҡ сараларҙы ла күрергә ҡушты. Кәңәшмәлә ҡаралған башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажы.