Янғындар осоро башлана

Тулыраҡ: Янғындар осоро башлана

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре баҡса йорттарында йәшәүселәргә рейд менән сыҡты. Апрель башында көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле, урман-яландарҙа янғындар йышайҙы. Әле республикала ҡоро үлән яныуҙың 100 осрағы теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре рейд барышында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә, сүп-сар, үлән, усаҡ яҡмаҫҡа кәңәш итте.