Өфө уҡыусыһы күреү һәләте насар булған тиҫтерҙәре өсөн Рәсәй картаһын эшләй

Тулыраҡ: Өфө уҡыусыһы күреү һәләте насар булған тиҫтерҙәре өсөн Рәсәй картаһын эшләй

Пазл формаһында төҙөлгән карта менән коррекцион мәктәп уҡыусылары танышты һәм үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Ҡылыс формаларының төрлөһөн ағастан, фарфорҙан, ҡамырҙан эшләү Яраславтың бәлкәй сағынан килгән шөғөлө. Олатаһы ағас юнып эшләп күрһәткәндән һуң, 6 йәшенән алып төрлө геройҙарҙың ҡылыстарын төрләндереп башҡара. Хәҙер иһә 13 йәшлек малайҙың ҡыҙыҡһыныуҙары заман технологияларына бәйле. Ул тәүҙә буласаҡ проекттарын ҡағыҙға төшөрөп, 3Д ручка һәм 3Д принтер ярҙамында баҫтырып сығара.Үҫмер ҡул усына һыйырлыҡ бәләкәй пазл-карта эшләп, Анапа ҡалаһында бөтә Рәсәй бәйгеһендә ҡатнашҡан. Беренсе эшенең бөтә уңайһыҙлыҡтарын барлап, яңы карта эшләгән. Бының өсөн ул Өфөнөң 28-се һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн коррекцион мәктәп-интернаты педагогтарына мөрәжәғәт итә. Уҡытыусылар Ярославҡа Брайл шрифты менән ярҙам итә.Ярослав үҙенең яңы проектын иң беренсе коррекцион мәктәп-интернаты уҡыусылары иғтибарына тәҡдим итте. Балалар бергә тотоп ҡарап, һәр нескәлектәрен өйрәнеп үҙҙәренең кәңәштәрен дә еткерҙе.Күрмәгән һәм күреү һәләте насар булған балалар өсөн ҡул менән тотоп ҡарау зарур. Шулай улар һәр форманы тоя, уларҙы төрлө фигураларға оҡшатып хәтерҙә ҡалдыра. Коррекцион мәктәптә 2014 йылда махсус заказ буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан картаһы пазл форматында эшләтеп алынған. Әммә ҙур картаның үҙ уңайһыҙлыҡтары бар, ти уҡытыусылар.Ярослав үҙе Өфөнөң 82-се гимназияһыда 6-сы класта уҡый. Мөмкинлектәре сикләнгән тиҫтерҙәренә ярҙам итеү теләге менән тыуған фекер, ти ул. Киләсәктә бар иҫкәрмәләрҙе күҙ уңында тотоп пазл-картыны тағы ла яҡшыртырға ниәтләй.Ярослав Егошин эшләгән пазл-карта проекты “Киләсәк инженерҙары” беренсе республика мәктәп инженер-техник форумында ҡатнашасаҡ. Крнкурстан һуң Рәсәй картаһын күрмәгән һәм күреү һәләте насар булған тиҫтерҙәренә тапшырасаҡ.