- Ҡырым күперендә Керчь яғынан рельстар һалыу башланды. Хәҙер тимер юл бригадалары ике ярҙам бер-береһенә ҡаршы килә. Декабрҙә күпер аша тәүге поезд үтер, тип көтөлә.
- Астрахань өлкәһендә күнекмәләр ваҡытында “Фаворит” С-300 зенит-ракета комплекстары шартлы дошман һөжүмен кире ҡаҡты. Күнекмәләрҙә 300 хәрби, 100 махсус техника ҡатнашҡан.
- Американың Техас штатындағы Франклин ҡалаһы торнадо аҫтында ҡалған. Ике бала һәләк булған, 7 кеше йәрәхәтләнгән. Күп йорттар электр утһыҙ ҡалған. Көслө ел сәбәпле 500 авиарейс тотҡарланған.
- Мәскәүҙә Бөйөк Еңеү көнөнә арналған парадта Рәсәйҙә эшләнгән Аурус кабриолеттары ла ҡатнашасаҡ. “Кортеж” проектындағы автомобилдәрҙең Манеж майҙаны яғынан Ҡыҙыл майҙанға ингәнен шаһиттар төшөрөп алған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре