Ғашиҡтар аллеяһынан ғашиҡтар күперенә

Тулыраҡ: Ғашиҡтар аллеяһынан ғашиҡтар күперенә

Өфөлә ғашиҡтар аллеяһы өсөн тәүге үҫентеләр ултыртылды. Ҡарағай ағастары үҫә төшкәс, бында төрлө арт-объекттар урынлаштырыласаҡ. Башҡортостандың “Йәш гвардия” төбәк бүлексәһе майҙансыҡты биҙәү буйынса төрлө тәҡдимдәр ҡабул итә. Ғашиҡтар аллеяһы буйлап йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ һалынасаҡ һәм фотоға төшөү өсөн урын эшләнәсәк. Ғашиҡтар аллеяһы һәм яҡында ғына урынлашҡан ғашиҡтар күпере йәштәрҙең яратҡан урынына әйләнер, тип көтөлә.