Республиканың гидрометеорология хеҙмәте май байрамдарына һауа торошона фараздарын иғлан итте. 1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамында аяҙ, йәйгесә йылы һауа торошо көтөлә, һауа температураһы төндә 10 градус, көндөҙ 25 градус йылы. 2 майҙан 5-енә тиклем, бер яҙ ямғыр яуасаҡ. Еңеү көнөндә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана, төндә 8, көндөҙ +17 градус йылы. 10 майҙан 12-һенә тиклем болотло, ләкин йылы көндәр көтөлә. Алдағы көндәрҙә республикала һауа торошоноң түбәнәйеүе көтөлә. Төньяҡ һәм таулы райондарҙа һауа температураһы 13 градусҡаса төшәсәк. Бынан тыш, ҡайһы бер райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.
Май байрамдарына һауа торошо
Тулыраҡ: Май байрамдарына һауа торошо