Моңға сорналған ғүмер

Тулыраҡ: Моңға сорналған ғүмер

Ул Людмила Гурченко, Иосиф Кобзон, Валерий Леонтьев, Лев Лещенко, Мөслим Магомаев һәм башҡа билдәле йырсылар менән бер сәхнәлә сығыш яһай. Йырҙары менән ил кимәлендәге конкурстарҙа еңеүҙәр яулай, бихисап һәм төрлө осор тамашасыларының иң яратҡан йырсыларының береһенә әйләнә. Уны тыуған көнө менән ҡотлар өсөн туп-тулы зал йыйылды. Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадырова юбилей көнөн тамашасылары менән бергә булды. Концертын үҙенә танылыу алып килгән легендар йыр менән башланы Нәзифә Жәүәт ҡыҙы. Теүәл 40 йыл элек Рим Хәсәнов яҙған “Мандолина” йыры менән ул «Ғүмергә йыр менән» Бөтә Союз телевизион конкурсында сығыш яһай һәм уңыш ҡаҙана. Ә сәхнәгә ул мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ сыға. 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә. Бөгөнгәсә эшен, тамашасыларын, хеҙмәттәштәрен һәм тормошто яратып ижад итә. Башҡорт дәүләт филармонияһында 48 йыл эшләү осоронда ул һәр килгән йәш артистарға таяныс-терәк була. Нәзифә Ҡадырова башҡарған һәр йыр — хит. Сейәле тау, Ҡара мыйыҡ, Беренсе мөхәббәт, Иҫеңдәме, Ләйсән ямғыр, Әсәйем, Күҙ нурым,Үҙең бүләк, Йәйғор нурҙары, Күңелемде биләп алдың һәм уның тағы ла бик күп йырҙарын халыҡ отоп алып башҡара. Тормошта ниндәй булһа, сәхнәлә лә шундай уҡ Нәзифә Ҡадырова. Тере тауыш менән йырлау – уның бер ваҡытта ла үҙгәрмәҫ ҡағиҙәһе. Башҡортостан сәхнәһенең яҙы ул — яҙғы ташҡын кеүек көслө, дәртле, һылыу һәм иҫ киткес тауышлы. Уның башҡарыуында башҡорт, рус, татар телдәрендә йырҙар берҙәй матур яңғырай. Башҡортостан сәхнәһе примадоннаһы тип йөртәләр Нәзифә Жәүәт ҡыҙын. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнә, ә рәхмәтле тамашасыһы һәр йыры һайын сәхнәгә өҙлөкһөҙ сәскәләр менән күтәрелә һәм яратҡан йырсыларына артабан да ижад итергә көс-ҡеүәт бирә.