Уларҙың береһе Башҡортостан Республикаһы башлығын һайлауға бәйле. Хәҙер, был вазифаға үҙ кандидатын күрһәткән фирҡәләр тауыш биреү кампанияһын финанслау өсөн тотоноласаҡ 200 миллион һумлыҡ фондты үҙҙәре тулыландыра ала. Тағы ла бер үҙгәреш тауыш биреү участкалары эшенә ҡағыла. Хәҙер улар иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем түгел, ә иртәнге етенән киске туғыҙға тиклем асыҡ буласаҡ. Ҡағиҙәләр закон менән дә нығытыла. Ошо туралағы ҡанун Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтай депутаттарының апрель аҙағына тәғәйенләнгән ултырышында раҫланыр, тип көтөләа. Парламент спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, яңы эш теҙмәһе электоратты ошондай кампанияларға йәлеп итеүҙең бер юлы. Икенсенән, тауыш биреү хоҡуғына эйә булғандар гражданлыҡ хоҡуғын үтәй аласаҡ. Тимәк, 8-се сентябрҙә Башҡортостандың тауыш биреү участкалары 14 сәғәт дауамында эшләй.
Республикала һайлауҙар тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелә
Тулыраҡ: Республикала һайлауҙар тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелә