Торлаҡ, төҙөлөш, уңайлы мөхит һәм экология

Тулыраҡ: Торлаҡ, төҙөлөш, уңайлы мөхит һәм экология

Өфөлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөштөң яҙғы форумы менән Экология форумы асылды. Ике форумды бер майҙанға берләштереү осраҡлы түгел. Тап торлаҡ, төҙөлөш һәм тирә-яҡ мөхит сафлығын уңайлы тормош нигеҙе, тип танырға кәрәк. Был егеттәр һәм ҡыҙҙар киләсәктә үҙҙәре күҙ алдына килтергән мөхиттә йәшәргә теләй. Илдар Фәтҡуллан – буласаҡ архитектор. Нефть-техник университетының төҙөлөш һәм архитектура факультеты студенттары менән бергә “Ҡаланы яңыртыу” проектына ҡушылған. Был хәрәкәт Рәсәй төбәктәренең 43-өндә уңышлы бойомға ашырыла. “Өфө кисә, бөгөн һәм иртәгә” тигән күргәҙмә барышында “Күрәм- таныйым” тигән атамалы бәйгегә йомғаҡ яһау бурысы тора. Мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениеларын биҙәү-архитектура конкурсы ҡала-райондарҙың сағыу һәм күркәм ҡоролошон күҙ уңында тота. Башҡортостан ҡала һәм райондарының йөҙөнә битараф булмаған һәр кем ошо көндәрҙә ВДНХ-ЭКСПО бинаһына килеп архитектура конкурсына йомғаҡяһауҙа ҡатнаша ала.Бының өсөн ошо майҙанда тәҡдим ителгән проекттаҙы яҡлап тауыш бирергә кәрәк. Форумда ҡыҙыҡһыныусы яҡ булараҡ ҡатнашыусыларҙың иғтибарын төҙөлөш һәм төҙөкләндереүгә бәйле ғәмәли саралар йәлеп итә. Махсус күргәҙмәлә улар проекттарҙан тыш йыһаздар һәм ҡоролмалар менән таныша. Экология форумы сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә Башҡортостан етештереүселәренән тыш Мәскәү, Пермь крайы, Төмән өлкәһе вәкилдәре бар. Улар бөгөн көнүҙәк сүп-сар йыйыу һәм эшкәртеү өсөн махсус ҡоролма һәм технологиялар тәҡдим итә. Был өлкәлә Башҡортостан әкрен булһа ла ныҡлы аҙымдар яһай. Мәртәбәле сараның эшлекле программаһына ярашлы “Башҡортостан-Татарстан” бизнес-форумы, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыуҙар, ғилми-ғәмәли кәңәшмәләр үткәреү күҙ уңында тотола. Форум 18 апрелгә тиклем дауам итә