Бөгөн Башҡортостанда Татарстан республикаһы көндәре башлана

Тулыраҡ: Бөгөн Башҡортостанда Татарстан республикаһы көндәре башлана

Сара Башҡортостандың 100 йыллығына арнала. Әле Салауат Юлаев майҙанында техника күргәҙмәһе башланырға тора. Унда «Рәсәй вертолеттары» холдингына ингән Ҡазан вертолет заводының Ми-8/17 вертолеттары, ауыл хужалығындағы эштәрҙе күпкә еңеләйткән техника: тракторҙар, комбайндар, экологик яҡтан таҙа автобустар ҡуйылған. Күрше республика өсөн бер нисә сәнәғәт предприятиелары ла күрһәтеләсәк. Улар Өфө дәүләт нефть техник университетының һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттарының технопаркы менән дә танышасаҡ. Туғандаш республикалар вәкилдәре һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, энергетика һәм туризм кеүек мөһим өлкәләрҙе тикшереп, тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Татарстан республикаһы көндәре сиктәрендә «Татарстан-Башҡортостан» бизнес-форумы, мәҙәни саралар, түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмәләр ҡаралған. Тантана татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы ҙур концерт, «С.Юлаев» хоккей клубы йондоҙҙары һәм «Урицкий исемендәге спорт клубы» ветерандары матчы менән тамамлана. Ә 18 апрелдә « Нур » театры янында татар әҙәбиәте классигы Ғабдулла Туҡайға Башҡортостанда беренсе һәйкәл асыу тантанаһы үтә.