Йыланлы йорт

Тулыраҡ: Йыланлы йорт

Күп ҡатлы йорттағы террариумдан сығып ҡасҡан йылан, тирә-яҡта ығы-зығы тыуҙырҙы. Йылан әлегә табылмаған. Унынсы класс уҡыусыһы Анна Беркуттың һәр көнө йыландарҙы тәрбиәләүҙән башална. Һөйрәлеүселәр әллә ни күп ваҡыт талап итмәһә лә, улар менән аралашыу мотлаҡ, ти ҡыҙ.Әлеге көндә йортта йылан, ҡусҡар, һыу ташбаҡаһы, алйырҙан һәм өс эт йәшәй. Экзотик йән эйәләре менән Анна һигеҙ йәшенән ҡыҙыҡһына башлай. Күбеһенән хужалары баш тартҡан хайуандар. Ҡыҙ уларҙы иғлан аша тапҡан. Анна Беркут өсөн йыландар аҡса эшләү сығанығы ла. Йән йәләре төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Йыландарҙы йорт шарттарында аҫырау бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай, ти хужалар. Минең ҡулдағы батша питонына әле ни бары йәш ярым ғына.....ул әле тағы ла үҫәсәк. Ә туҡланыуға килгәндә, йыландарҙы аҙнаһына бер тапҡыр ашатыу ҙа етә. Йортта тәрбиәләнгән йыландар бер зыянһыҙ, тип раҫлаһалар ҙа, күптән түгел күп ҡатлы йорттарҙың береһендә тәрбиәләнеүсе һөйрәлеүсенең юҡҡа сығыуы, эргә-тирәләге күршеләрҙә ҡурҡыуға һала. Анна Антонова әйтеүенсә, юҡҡа сыҡҡан сыбар йылан бөтөнләй зыянһыҙ. Кешеләргә бер-ниндәй ҙә ҡурҡыныс тыуҙырмай, киреһенсә, кешеләрҙән зарар күреүе бар. Шулай ҙа, был яңылыҡтан халыҡтың ҡото осҡан.Был хайуандарҙы йорт шарттарында аҫырау өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт талап ителмәй. Йән эйәләрен аҫырау һәм уларҙың хужаларының яуаплылығы федераль закон менән көйләнә. Экзотик йән эйәләрен йорт шарттарында аҫырауға ҡағылған ҡағиҙә әле бойомға ашырылмаған. Шулай ҙа, Рәсәйҙең тәбиғәтте һаҡлау министрлығы әҙерләгән проектҡа ярашлы, тиҙҙән, йыландарҙың ҡайһы бер төрҙәрен йорт шарттарында тотоу ҡәтғи тыйыласаҡ.