Һыуға – һалым

Тулыраҡ: Һыуға – һалым

Интернет селтәрендә таралған был мәғлүмәт күптәрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Федераль ҡанундағы үҙгәрештәргә ярашлы, 2020 йылдың 1 ғинуарынан баҡсасылар ширҡәттәрендә урынлашҡан һыу аҫты сығанаҡтарына мотлаҡ лицензия алырға һәм скважиналарға счетчиктар ҡуйырға кәрәк. Голачевтар ғаиләһе баҡсаларына килеү менән һыу хәстәрләй башлай. Улар ер бүлеме алғас та, скважина ҡаҙытҡан. Хәҙер иһә хужалар 30 йылға яҡын өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин ителә.Тамара Филлиповна теплицаларына йәшелсә-емештәрҙе сәсеп тә өлгөргән. Орлоҡтар тиҙерәк шытым бирһен өсөн, көн дә һыу һибеп торорға кәрәк, ти ул. Әлбиттә, мул уңыш алыр өсөн байтаҡ һыу кәрәк. 7 метрлыҡ скважинанан килгән һыу эҫе йәй миҙгелдәрендә етмәй ҡала. Был осраҡта хужалар дөйөм скважинанан килгән һыу менән ҡуллана. Ошондай өс ҡоролма “Өршәк” баҡсасылар ширҡәтен һыу менән тәьмин итә. Йәмғеһе, 50 литрлыҡ 13 һыу багы бар. Насос ярҙамында цистерналарға һыу тултырыла ла, көнөнә бер тапҡыр торбалар буйлап баҡсаларға таратыла. Тамара Голачева, баҡсасылар ширҡәте рәйесе вазифаһын башҡарғанда, һыу сығанағына лицензия ла ала. Тик ул 2016 йылға тиклем генә ғәмәлдә була. Артабан рәсмиләштереү кәрәкмәй тигәндәр.Ширҡәттә һәр кемдең тиерлек бәләкәй генә булһа ла скважинаһы бар. Дөйөм ҡулланыштағы һыуҙың составында тимер күп булғанға, ул эсергә яраҡһыҙ, түтәлдәргә һибергә генә ярай. Шуға ер аҫты һыуҙарын ҡулланған өсөн барыһына ла һалым түләргә кәрәк буласаҡ тигән хәбәр, күптәрҙе аптырашта ҡалдырған. Ысынлап та, быға тиклем ер аҫты һыуҙарын ҡулланыу өсөн лицензиялар эшҡыуарҙарға ғына кәрәк булһа, федераль ҡанундағы үҙгәрештәр баҡсасылар ширҡәттәренә лә ҡағыла.Һыу скважинаһы 30 метрҙан тәрәнерәк булған, йә көнөнә 100 кубометрҙан күберәк һыуҙы сауҙа итеү маҡсаты менән ҡулланған юридик шәхестәр 2020 йылға тиклем лицензияларҙы яңыртырға тейештәр. Ә ошо шарттарға тура килмәгән ябай баҡсасыларға лицензия кәрәкмәй. Лицензия 25 йылға бирелә. Был хеҙмәт әлегә бушлай, ә 2020 йылдың 1 ғинуарынан ер аҫты һыу сығанағын рәсмиләштереү өсөн 7 500 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы буласаҡ. Шулай уҡ, лицензия алғас, баҡсасылар ширҡәтенә дөйөм скважина өсөн һалым да түләргә тура киләсәк. Уның күләме 1 мең кубометрға 400-500 һум тирәһе