Ул ҡаланың көнсығыш һәм көнбайышын өлөштәрен тоташтырасаҡ. 4 һыҙатлы автомобиль күпере тарихы 1980-се йылдарҙа башлана. Тик бер-нисә айҙан төҙөлөш туҡтатыла һәм бөгөнгәсә ташландыҡ хәлдә тора.Үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлә башлаған 4 һыҙатлы күперҙе финанслауға аҡса бүленмәгәс төҙөлөш тә туҡтатыла. Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт эсендә күперҙең бетон плиталарын, ҡоролмаларын халыҡ һүтеп ала башлаған. Стәрлетамаҡ өсөн генә түгел, ә Салауат, Ишембай, Мәләүез ҡалалары өсөн әһәмиәтле күпер бер-нисә йылдан сафҡа индерелергә тейеш. Стратегик объект, тәү сиратта, ҡалалағы транспорт ағымын яйға һалырға һәм республиканың көнъяҡ райондарының социаль-иҡтисади үҫешенә етди этәргес бирергә тейеш. Күпер менән бергә ҡаланың юл инфраструктураһын да үҙгәртеү ҡарала. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, финанслауҙы ҡала һәм республика бюджетынан алыу ҡарала. Әле балаларҙың уйын һәм йәштәрҙең күңел асыу урынына әйләнгән объект төҙөлөшө республиканың көньяғында урынлашҡан ҡалаларҙа йәшәүсе 500 мең самаһы кеше түҙемһеҙлек менән көтә. Күпер сафҡа инеү менән урыдағы иҡтисади мәсьәләләр ҙә тиҙерәк хәл ителә башлар ине
Стәрлетамаҡта яңы күпер төҙөү ҡарала
Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта яңы күпер төҙөү ҡарала