“Ике милләт араһында дуҫлыҡ ебе мәңге өҙөлмәһен...” “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында үткән ҙур тантанала Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов тап ошо һүҙҙәр менән сығыш яһаны. Абруйлы ҡунаҡтар өсөн күргәҙмәләр ойошторолдо, сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Татар халыҡ кейемдәре күргәҙмәһенә килгән һәр кем уны күреп кенә сиклоәнмәне, тотоп, уны кейеп тә ҡарай алды. Милли һәм сағыу биҙәкле өҫ кейемдәрендә ҡунаҡтар фотоға төшөп өлгөрҙө. Күргәҙмәгә килеүселәрҙе күлдәк һәм баш кейемдәренең тарихы ла ҡыҙыҡһындыра ине. Ике милләт халҡын бер урынға йыйып “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Татарстан республикаһы көндәре уңайынан ҙур тантана уҙҙы. Сара Башҡортостандың 100 йыллығына арналған. Тамашасылар бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте, сәнғәте һәм йолалары менән яҡындан таныша алды. Күргәҙмәгә килгән ҡунаҡтар башҡорт һәм татар орнаменттары буяй алды. Һөҙөмтәлә ошондай матур һәм үҙенсәлекле һүрәт килеп сыға. Уны теләгән һәр кем өйөнә иҫтәлеккә алып ҡайта ала. Дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙы күҙәллаған тантанаға халыҡ минут һайын тиерлек килеп торҙо. Сара Татарстан артистарының йыр-моңо менән үрелеп барҙы. Республикала уҙғарылған ҙур сараға күрше төбәктән бөтәһе 500-ләгән ҡунаҡ килгән. Халыҡҡа дәртле бейеү бүләк иткән артистар ҙа үҙ хис-тойғолары менән уртаҡлашырға ашыҡты. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ауыл хужалығы, энергетика һәм туризм кеүек мөһим өлкәләрҙе өйрәнеп, тәжрибә уртаҡлашҡан Татарстан республикаһы вәкилдәрен Башҡортостан Дәүләт концерт залында милли ризыҡтар менән ҡаршы алдылар. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов татар йәмәғәтселеге менән осрашыу үткәрҙе. Бында ла мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Тарих биттәрендә уйылып ҡаласаҡ сараға абруйлы шәхестәр, халыҡ шағирҙары килде. Фәһемле әңгәмәнән һуң Башҡортостан эшмәкәрлегенә тос өлөш индереүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙе, сәхнә йондоҙҙарына маҡтаулы исемдәр бирелеп, миҙалдар тапшырылды. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов республиканы йөҙ йыллығы менән ҡотланы. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡорт һәм татар араһындағы дуҫлыҡ күперенең ныҡлы булыуын һәм артабан да татыу йәшәргә кәрәклеген белдерҙе. “Ике милләт араһында дуҫлыҡ ебе мәңге өҙөлмәһен”. Эшлекле осрашыуҙарҙа ла, мәҙәни сараларҙа ла ошо фекер ике яҡ вәкилдәренән дә йыш ишетергә мөмкин ине. Тимәк изге башланғыс яҡшы һөҙөмтәләр биреренә ышаныс ҙур.
Башҡортостанда Татарстан көндәре бара
Тулыраҡ: Башҡортостанда Татарстан көндәре бара