Башҡортостан һәм Татарстан депутаттары ла ҡануниәт ҡабул итеү өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә яңы һулыш индерергә йыйына

Тулыраҡ: Башҡортостан һәм Татарстан депутаттары ла ҡануниәт ҡабул итеү өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә яңы һулыш индерергә йыйына

2010 йылда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм Татарстандың Дәүләт Советы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Документты яңынан ҡарап, төҙәтмәләр индереү ҡарала. Ошо турала ике республика парламенттары депутаттарының осрашыуында хәбәр ителде. Яҡтар делегациялар менән алмашыныу, уртаҡ комитет ултырыштары уҙғарыу, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу тураһында фекер алышты. Башҡортостан һәм Татарстан парламентарийҙары бер-береһенең эшмәкәрлеге менән танышты, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бындай осрашыуҙар заманса шарттарҙы иҫәпкә алып артабан да дауам итәсәк.