Ике республика араһында әҙәби күпер

Тулыраҡ: Ике республика араһында әҙәби күпер

“Ике республика араһында әҙәби күпер” тип аталды Татарстан көндәре сиктәрендә үткән киләһе сара. Башҡортостан яҙыусылары берлеге күрше республика делегаттарын ҡабул итте. Башҡортостанда – татар, Татарстанда башҡорт яҙыусыларының китаптары баҫылып сыға, элек-электән ҡыуаныс-көйөнөстәр ҙә уртаҡ. Башҡортостанда тыуып-үҫеп, Татарстанда йәшәгән һәм ижад иткән яҙыусылар бар. Шуларҙың береһе — Татастандың халыҡ шағирҙары Рәдиф Ғаташ, Роберт Миңнуллин делегация составында ине. Ике төбәк драматургтарының пьесалары башҡорт һәм татар театрҙары сәхнәләрендә уңышлы ҡуйыла. Осрашыуҙың төп маҡсаты – киләсәктә лә ижади хеҙмәттәшлекте юғалтмай, күперҙәрҙе нығытыу.