Ҡунаҡтар асыҡ дәрестәрҙе ҡараны, мәктәптең музей күргәҙмәләрен ҡараны. Балалар туған телде генә түгел, ә татар халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм йолаларын яҡшы белгәнен күрһәтте. 84-се татар гимназияһы Өфөлә 15 йыл элек асылғайны. Бөгөн бында мең дә өс йөҙ бала белем ала. 51 кластың 32–һендә татар теле туған тел булараҡ өйрәнелә. Уҡыусылар шулай туған рус телен һәм дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнә.
Башҡортостанда татар әҙәбиәте көндәре сиктәрендә татар яҙыусылары Өфөнөң 84-се татар гимназияһы уҡыусылары менән осрашты
Тулыраҡ: Башҡортостанда татар әҙәбиәте көндәре сиктәрендә татар яҙыусылары Өфөнөң 84-се татар гимназияһы уҡыусылары менән осрашты