Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

СУ-25СМ самолеттары экипаждары Ҡырғыҙстанда Кант хәрби базаһындағы күнекмәләр ваҡытында тау һырттарында йәшеренгән шартлы дошманды юҡ итте. Летчиктар шулай уҡ тауҙар араһында ҡатмарлы пилотаж элементтарын өйрәнгән. Күнекмәләрҙә 10 самолет һәм 200 белгес ҡатнашҡан.

Норвегиянан 39 йәшлек Эспен Фаднес вингсьютинг, йәғни, махсус костюм кейеп осоу буйынса донъя чемпионы. Португалияла ул фильм төшөрөүҙә ҡатнашҡан. Сценарий буйынса, экстремал дуҫы менән һауала осоп барған самолетты ҡыуып етеп уҙып китергә тейеш булған. Билдәләнгән көндә 4 мең 500 метр бейеклектә Эспен самолетты аҫтынан да, өҫтөнән дә, эргәһенән дә осоп үтә.

Новороссийск ҡалаһынан балаларын яңғыҙ тәрбиәләүсе әсә һуңғы аҡсаларын йыйып Мәскәүгә килгән. Ошондай юл менән ул күп балалы әсәләрҙең мәсьәләһенә иғтибар йәлеп итергә ниәтләгән. Яңғыҙ әсә 8 бала тәрбиәләй. Уларҙың һәр береһе өсөн дәүләт 1 мең һум самаһы пособие түләй. Был аҡсаға нисек йәшәргә тигән һорау борсой ҡатынды. Рәсәйҙең кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле һәм балалар омбудсмены уға ярҙам итергә вәғәҙәләгән.

Борнео утрауында белгестәр коптерҙар ярҙамында орангутангтарҙың иҫәбен ала башлаған. Был хайуандар кеше күҙенә күренеп бармай, шуға ла әле уларҙың теүәл генә иҫәбе лә билдәле түгел. Инфраҡыҙыл камералы квадрокоптерҙар ярҙамында тиҙҙән орангутангтарҙың да һаны билдәле буласаҡ.