Һаҡ булығыҙ - талпандар!

Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ - талпандар!

Өфөлә халыҡ күпләп ял иткән урындарҙы һәм пляждарҙы талпанға ҡаршы эшкәртәсәктәр. Ошо хаҡта республика дезинфекция үҙәгенән хәбәр итәләр. Алдан билдәләнгән график буйынса, талпанға ҡаршы эшкәртеү 22 апрелдә башлана һәм 8 майға тиклем дауам итә. Иң беренсе парктарға, скверҙарға һәм баҡсаларға, һуңынан урмандарға һәм яр буйҙарына иғтибар бүленә. Өфөлә генә эшкәртеү майҙаны 550 гектарҙан ашып китәсәк. Күрелгән сараларҙың ваҡыты көндәрҙең аяҙ һәм йылы булыуынан тора.